Башkoрт Иле
24 подписчиков
Башҡортостанда 4104336 кеше йәшәй. Уларҙың 2626613 ҡалала, 1447723 ауылда көн күрә. Бөтә халыҡтың 46,9% ирҙәр тәшкил итә, йәки 1923233 кеше. Эре ҡалалар - Өфө (баш ҡала, 1042,4 мең кеше), Стәрлетамаҡ (264,4 мең кеше), Салауат (158,6 мең кеше), Нефтекама (122,3 мең кеше), Октябрьск (108,6 мең кеше). Республикалағы барлыҡ халыҡтарҙың 90,2% -ын иң күп һанлы өс милләт: башҡорттар (29,8%), урыҫтар (36,3%), татарҙар (24,1%) тәшкил итә.
Иҫкәртмә: Был бүлек 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса яҙылды.
1-се Бөтөн башҡорт ҡоролтайы (1917, июль) тарафынан һайланған Башҡорт мәркәз шураһы 1917 йылдың 15 ноябрендә Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губернияһындағы башҡорт территорияларын Рәсәй республикаһының автономиялы өлөшө тип иғлан иткән. Шураның ҡарары 3-сө Бөтөн башҡорт ҡоролтайы тарафынан раҫланды (1917, 8 декабрь). 1919 йылдың 23 мартында Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында Килешеү нигеҙендә, Башкорт Автономиялы Совет Республикаһы иғлан ителгән. 1992 йылдан алып Башкортостан Республикаһы тип атап йөрөтөлә башлаған.
Республика Урал тауҙарының көнъяҡ өлөшөндә һәм Урал алдында урынлашҡан. Башкортостан ерендәге иң бейек нөктә — Ямантау тауы (1638 метр). Республиканың төнъяҡтан көнъяҡҡа оҙонлоғо — 550 км, көнбайыштан көнсығышҡа — 430 км. Дөйөм майҙаны 143,6 мең кв.км.
Башҡортостандағы йылғалар
Иң ҙур йылғалары: Ағиҙел (1430 км), уның ҡушылдыҡтары Нөгөш (235 км), Эҫем (239 км), Ҡариҙел (918 км), Әй (549 км), Дим (535 км), шулай уҡ Һаҡмар (760 км) менән Ыҡ (571 км) йылғалары.
Башҡортостандағы күлдәр
Башҡортостандағы күлдәр һаны 2700 тирәһендә.
Название
Башkoрт Иле
Статус
Страна
Россия
Город
Уфа
Url
club4764382
Id
4764382
Тематика
Закрытая группа
Вики страница
Не установлена
Сайт
Блокировка
Нет ограничений
Видимость
Закрытая
Верификация
Группа не верифицирована администрацией Вконтакте
Популярность
У группы нет огня Прометея
Тип
Группа
Возрастные ограничения
Нет
Стена
Открытая
Контакты














